Сараны Һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эштәре буйынса комитет рәйесе Салауат Харасов алып барҙы. Тема буйынса фекер алышыуҙа Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Рөстәм Әхмәҙинуров, депутаттар – профилле Комитет ағзалары, Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, Мотлаҡ медицина страховкалау территориаль фонды «Өфө хосписы» автономиялы коммерцияға ҡарамаған медицина ойошмаһы, Өфө, Стәрлетамаҡ, Белорет ҡалаларының һаулыҡ һаҡлау учреждениелары вәкилдәре, Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының төп штаттан тыш белгестәре ҡатнашты, тип хәбәр итә Ҡоролтайҙың матбуғат хеҙмәте.
Әлеге ваҡытта Өфөлә 40 өлкән кеше һәм 20 бала өсөн хоспис төҙөлә. Уны 2023 йылда эксплуатацияға тапшырыу планлаштырылған. Хоспис эшләй башлағандан һуң, республикала паллиатив ярҙам күрһәтеүҙең сифаты ярайһы ғына күтәрелер, тип көтә белгестәр. "Түңәрәк өҫтәл"дә ҡатнашыусылар паллиатив медицина ярҙамын күрһәтеү буйынса төбәк программаһын ғәмәлгә ашырыу барышын, ошо эшмәкәрлекте финанслау, медицина учреждениеларын кәрәкле ҡорамалдар һәм дарыуҙар менән тәьмин итеү мәсьәләләрен тикшерҙе.
Фото: БР Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтай сайтынан.