— Беҙ төҙөгән хоспистың майҙаны - 13,5 мең кв.м, 60 палатанан тора, 40 - өлкәндәр өсөн, 20 - балаларға. Уның дөйөм хаҡы бер миллиард һумдан ашты. Бюджет аҡсаһына төҙөмәгәнлектән, процесс ҡатмарлы. Уға инвестициялаусыларға рәхмәт. Быйыл төҙөлөп бөтөр, тип уйлағайным, әммә булманы, 2024 йылдың тәүге яртыһында файҙаланыуға тапшырырбыҙ. Тиҫтәләгән, меңләгән ауыр сирле кеше уңайлы шарттары булған палаталарға киләсәк. аллея, бассейн да була. Команда төҙөлгән, уҡыйҙар. Проект яҡшы уйланған. Борсолмағыҙ, ул буласаҡ, - тине республика етәксеһе.
Фото: "Башинформ".