Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Октябрь 2022, 15:14

Боҙоҡ сексуаль мөнәсәбәттәр ҡаты хөкөм ителәсәк

Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаттары тәүге уҡыуҙа традицион ҡиммәттәрҙе яҡлау буйынса закон проектын ҡабул итте. Документ балалар һәм өлкәндәр араһында дөрөҫ булмаған сексуаль йүнәлештәрҙе таратыуҙы тыйыуға йүнәлтелә. 

Боҙоҡ сексуаль мөнәсәбәттәр ҡаты хөкөм ителәсәк
Боҙоҡ сексуаль мөнәсәбәттәр ҡаты хөкөм ителәсәк

Әгәр ҙә проект закон булып сыҡһа, гомосексуализм, лесбийлыҡ, гетеросексуализм кеүек Көнбайыш “культураһын” киң мәғлүмәт сараларында, әҙәбиәттә, кинола, интернетта таратҡан һәм яҡлаған өсөн яза биреләсәк.

Ил парламентына индерелгән закон проектын Думалағы бөтә фракция, 400-гә яҡын депутат, шул иҫәптән Дәүләт Думаһы Рәйесе Вячеслав Володин яҙған.

Шулай уҡ өс административ статья ла ҡабаттан ҡарала. Рәсәйҙең Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексына үҙгәрештәр индерелеп, ҙур штрафтар билдәләнәсәк.

Традицион булмаған сексуаль мөнәсәбәттәрҙе таратҡан өсөн граждандарға – 400 мең һумға, вазифалыларға – 800 мең һумға һәм юридик ойошмаларға 5 млн һумға тиклем штраф йә 90 тәүлеккә иректән мәхрүм итеү күҙаллана.

Педофилияны пропагандалаусыларға штраф 200 мең һумдан 10 млн һумға тиклем. Шулай уҡ 90 тәүлеккә “рәшәткә арты”.

Бәлиғ булмағандар араһында боҙоҡ сексуль йүнәлештәрҙе таратҡан өсөн штраф 50 мең һумдан 4 млн һумға тиклем.

Әгәр тыйыу тураһындағы законды сит ил кешеһе боҙһа, уны Рәсәйҙән ҡыуып сығарасаҡтар.

Был закон проекты юҡҡа ғына әҙерләнмәне ул, беләһегеҙ, Көнбайыштан отоп алынған әшәкелектәр беҙҙә лә йыш ҡына осрап ҡуя.

Фото: РФ Дәүләт Думаһы сайтынан.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: