Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Октябрь 2022, 14:15

Билдәһеҙ водитель 21 йәшлек ҡыҙҙы бәрҙереп, авария урынынан ҡасҡан...

Уҙған тәүлектә республика юлдарында 12 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, уларҙа бер кеше һәләк булған, 11 кеше төрлө йәрәхәттәр алған.

Билдәһеҙ водитель 21 йәшлек ҡыҙҙы бәрҙереп, авария урынынан ҡасҡан...
Билдәһеҙ водитель 21 йәшлек ҡыҙҙы бәрҙереп, авария урынынан ҡасҡан...

Төн уртаһында Нефтекамала билдәһеҙ водитель 21 йәшлек ҡыҙҙы бәрҙереп, авария урынынан ҡасҡан. Йәйәүле тиҙ медицина ярҙамы килеп еткәнсе йән биргән. Әлеге ваҡытта полиция хеҙмәткәрҙәре кешене тапаған транспорт сараһын билдәләү буйынса саралар комплексы үткәрә. Әгәр ошо юл-транспорт ваҡиғаһына шаһит булһағыҙ, 8 (347) 235-84-02 телефоны аша ЮХХДИ-ның дежур бүлегенә йәки яҡындағы полиция бүлегенә хәбәр итеүегеҙҙе һорайбыҙ.

Юл-транспорт ваҡиғаһы - ул һәр ваҡыт стресс. Хатта ҙур булмаған авария ла шаҡ ҡатырыуы мөмкин. Шуғалыр ҙа юл-транспорт ваҡиғаһы урынынан ҡасып китеү - йыш күҙәтелгән хәл. Мәҫәлән, ағымдағы йылдың 9 айында республикала 292 водитель юл-транспорт ваҡиғаһы урынын ташлап ҡасҡан. Был аварияларҙа 10 кеше һәләк булған, 297 кеше яраланған... 

Фото: БР ЮХХДИ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: