-10 °С
Болотло
Кисен Шишмә районында, Һамар-Өфө-Силәбе автомобиль юлының 1424-се саҡрымында, Йәрмәкәй районынан 32 йәшлек ир "КамАЗ" махсус цистернаһында Ҡырмыҫҡалы районынан 33 йәшлек ирҙе тапап, "УАЗ" автомобиленә бәрелгән. Фажиғә һөҙөмтәһендә йәйәүле урында йән биргән. "УАЗ" водителенең һүҙе буйынса, һәләк булған ир машина эсенән һикереп төшкән этте эҙләгән булған (дүрт ир һунарҙан өйөнә ҡайтып барған).
Тикшереү башланған, ваҡиға сәбәптәре асыҡлана.
Фото: БР ЮХХДИ.