Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Октябрь 2022, 18:30

Яҙыуҙарға иғтибар ит!

Өфөлә йәйәүлеләр үткәүелдәре алдында яҙыуҙар барлыҡҡа килде. 

Яҙыуҙарға иғтибар ит!
Яҙыуҙарға иғтибар ит!

Һәләк булған йәйәүлеләр һанының артыуына бәйле, шулай уҡ йәмәғәтселек иғтибарын юлдарҙа хәүефһеҙлек проблемаһына йәлеп итеү маҡсатында, ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре Өфө ҡалаһы хакимиәте вәкилдәре менән бергә йәйәүлеләр үткәүеле алдында асфальтта юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларға мөрәжәғәттәр яҙыу тураһында ҡарар ҡабул итте.

"Отвлекись от телефона", "Сними наушники", "Слезь с велосипеда", "Убедись в безопасности" тигән тәүге яҙыуҙар Өфө ҡалаһының Дим һәм Киров райондарында барлыҡҡа килде.

Был яҙыуҙар кеше ғүмерен, һаулығын һаҡларға булышлыҡ итһен инде!

Фото: БР ЮХХДИ.

 

Яҙыуҙарға иғтибар ит!
Яҙыуҙарға иғтибар ит!
Яҙыуҙарға иғтибар ит!
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: