Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Октябрь 2022, 16:10

Водителдәр, һаҡ булығыҙ!

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы республикала йәшәүселәрҙе насар һауа торошо хаҡында иҫкәртә

Водителдәр, һаҡ булығыҙ!
Водителдәр, һаҡ булығыҙ!

Алдағы тәүлектә республикала юлдарҙың айырым участкаларында боҙлауыҡ буласаҡ. Был хаҡта Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хәбәр итә.

 

Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, 27 октябрҙә аяҙлы-болотло һауа торошо көтөлә. Яуым-төшөмһөҙ. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән секундына 0-5 метр тиҙлектә иҫә. Һауа температураһы төндә 2–7 градус һыуыҡ, урыны менән 12 градусҡаса һалҡын, көндөҙ 2 градус һалҡындан 3 градусҡаса йылы. Автомобиль юлдарының айырым участкаларында боҙлауыҡ, төндә һәм иртән томан, 500-1000 метрҙан күреү мөмкинлеге кәмей.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: