Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Октябрь 2022, 18:15

Уяу пенсионерҙар һаны арта

Октябрьский ҡалаһында йәшәгән 79 йәшлек бабайҙы "яҡынығыҙ аварияға тарыны" тигән схема буйынса алдарға маташҡандар. Бабай бөтә булған аҡсамды - 100 мең һумға яҡын сумманы бирә алам, тип муттарҙы өмөтләндергән дә, һуңынан бер тин дә бирмәгән. 

Уяу пенсионерҙар һаны арта
Уяу пенсионерҙар һаны арта

Бабайға билдәһеҙ ҡатын шылтыратып, илай-илай дауаханала ятыуын, ярҙамға мохтаж булыуын хәбәр иткән. Шылтыратыусының тауышы бабайҙың туғанының тауышына оҡшаған булған.

Артабан һөйләшеүҙе ялған "тәфтишсе" дауам иткән. Уның һүҙе буйынса, бабайҙың туғаны ярамаған ерҙән юл аша сығып барғанда, уны машина бәрҙергән һәм водитель ауыр йәрәхәтләнгән, хәҙер уға операцияға 900 мең һум аҡса кәрәк. Йәнәһе лә, аҡса түләмәһәләр, аварияға сәбәпсе ҡатынға 3-5 йыл төрмә янай. Бабай, туғаны өсөн борсолоп, 100 мең һумға яҡын аҡсаһы барлығын әйтеп,  медицина учреждениеһының реквизиттарын йәки зыян күреүсенең банк иҫәбен әйтеүҙәрен һораған. Аферист аҡсаны курьер аша бирергә күндергән.

Бер аҙҙан бабайға домофон аша "курьер" тигәндәре шылтыратҡан. Аферистарҙың 100 мең һумға байыу планы шунда юҡҡа сыҡҡан, сөнки бабай ҡәтғи рәүештә курьерҙан шәхесен раҫлаусы документ күрһәтеүҙе талап иткән. Курьер менән шылтыратыусы бәндә күпме генә ныҡышмаһындар, бабай үҙ һүҙенән кире ҡайтмаған.

Тиҙҙән бабай туғанына шылтыратып, уның имен-аман булыуын белеп ҡыуанған. Был турала Октябрьскийҙан Ләйсән Аҙнағолова хәбәр итә.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: