Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Октябрь 2022, 11:41

Төндө сәнғәт менән үткәрәйек

Тиҙҙән Башҡортостанда йылдың иң мөһим мәҙәни ваҡиғаһы үтәсәк.

Төндө сәнғәт менән үткәрәйек
Төндө сәнғәт менән үткәрәйек

4 ноябрҙә, киске сәғәт 6-ла башланған "Сәнғәт төнө" акцияһы - Бөтә Рәсәй мәҙәни сараһы ул. Был кистә музейҙар, китапханалар, театрҙар, клубтар, филармониялар төрлө сара ойоштора. Быйылғы төндөң слоганы - "Сәнғәт берләштерә".

Башҡортостан музейҙары ике төп йүнәлеш буйынса эшләйәсәк: "Мәҙәни мираҫ йылы" (илдәге Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылына һәм Башҡортостанда Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫы йылына арнала) һәм "Беҙ - берҙәм" (4 ноябрь - Халыҡтар дуҫлығы көнө)

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: