Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Октябрь 2022, 14:48

Ҡояш электр станцияһы асылды

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә Ағиҙел ҡалаһында мөһим объект асылыуын хәбәр итте.

Ҡояш электр станцияһы асылды
Ҡояш электр станцияһы асылды

Республика етәксеһе белдереүенсә, яңы станцияға старт бөгөн Өфөлә асылған Рәсәй энергетика форумында бирелгән.

"Ағиҙелдәге ҡояш электр станцияһы - республикабыҙ биләмәһендә етенсеһе. Улар Хәйбулла, Көйөргәҙе, Ейәнсура, Бөрйән, Стәрлебаш, Ғафури райондарында уңышлы эшләй, Баймаҡта ла ошондай уҡ объект төҙөлә. Экологик яҡтан таҙа электр энергияһын әлегә тиклем файҙаланылмаған майҙандарҙа - әле булһа барлыҡҡа килмәгән Башҡортостан АЭС-ы өсөн төҙөлөш һәм энергетика ҡорамалдары урынлашырға тейешле урындарҙа аласаҡбыҙ. Оҙаҡ йылдар консервацияланған сәнәғәт зонаһын тотоу өсөн төрлө кимәлдәге бюджеттар талап ителде. Хәҙер был биләмә халыҡ һәм иҡтисад мәнфәғәтенә эшләйәсәк", - тип яҙған Радий Фәрит улы.

Рәсәй энергетика форумын БР Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров асты. Яңы объекттарҙың (ҡояш электр станцияһынан тыш, Бәләбәй районының "Алексеевка" подстанцияһында объект асылды) эш башлауына ул телекүпер аша бәйләнештән старт бирҙе. Бында шулай уҡ БР Хөкүмәте вице-премьеры - сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры А. Шельдяев, "Башкирэнерго", "Солар Системс" йәмғиәттәре етәкселеге лә ҡатнашты.

Андрей Назаров белдереүенсә, Башҡортостандың энергетика системаһы илдә мөһим роль уйнай, Рәсәйҙең Европа һәм Себер өлөшөндә электр энергияһы транзитында әһәмиәтле.

Фото: vk.com (Радий Хабиров), БР Хөкүмәте сайтынан.

 

 

Ҡояш электр станцияһы асылды
Ҡояш электр станцияһы асылды
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: