Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Октябрь 2022, 13:02

"Мин - мәңгелек урман"

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусинға таҡтаташ асылды.  

"Мин - мәңгелек урман"
"Мин - мәңгелек урман"

Яҙыусы иҫән саҡта ла, вафатынан һуң да уның исемен мәңгеләштереү буйынса байтаҡ эштәр башҡарыла. Бөгөн Ноғман Мусиндың йәшәгән йортонда (Өфө ҡалаһы, Менделеев урамы, 7/1 йорт) таҡтаташ асылды. Был сара уның вафатына бер йыл тулыр алдынан ойоштороло.

Сара Ноғоман ағайҙың тауышы менән башланып китте: уның телевидение фондында һаҡланған яҙмаларының береһенән өҙөк яңғыраны. Ул унда бәхет төшөнсәһе тураһында фекерен еткерҙе.

Тантанала билдәле шәхестәр, яҙыусының яҡташтары, әҙәбиәт әһелдәре, йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашты. Улар бөйөк шәхес тураһындағы иҫтәлектәре менән бүлеште, юҡһыныу хистәре тураһында һөйләне.

Шағирә Ғәлиә Кәлимуллина хистәрен шиғри юлдар менән еткерҙе:

Мәңгҽлҽктҽң тын алышын
Һаҡлай урман.
Зәңгәр сатыр аҫтындағы
Серле ҡормам.
Шул ҡорманы ут алдымы,
Янам мин дә.
Урман ул - Ҡот, ҡото мҽнән
Көслө бәндә.

Ә яҙыусы Мөнир Ҡунафин, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәшит Шәкүр, журналист Тәлғәт Сәғитовтар Ноғоман Сөләймән улының иҫән саҡта әйткән һүҙҙәрен, эшләгән эштәрен бәйән итте. Таҡтаташты асыу мөмкинлеге Мәҙәниәт министры урынбаҫары Илнур Мөхйәновҡа һәм яҙыусының йорт-музейы мөдире Лилиә Мөхәмәҙуллинаға бирелде. "Мин - мәңгелек урман" - таҡтаташтағы был яҙма символик мәғәнәгә эйә: яҙыусы ижады менән үҙенең исемен үҙе мәңгеләштерҙе.

Бөгөн шулай уҡ Әхмәт Зәки Вәлиди исемендәге китапханала ла яҙыусының ижадына арналған әҙәби кисә үтә.

Фото: Юлай Кәримов.

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас: