-33 °С
Ясна
Матбуғат конференцияһы "Россия" мультимедиа үҙәгендә үтте.
Илшат Фазрахманов белдереүенсә, был йыл "игенле" һәм "майлы" булған. Йәғни ошо культуралар уңған. Тик шәкәр сөгөлдөрө менән кукуруз артыҡ күп булмаған.
- 5,2 миллион тонна иген йыйылды. Бындай ҙур уңыш 1986 йылдан алып тәүгә. Май культуралары уңышы 600 мең тонна самаһы буласаҡ. Сөгөлдөр - 1,3 млн тонна. Беҙҙә бөтә орлоҡтоң 10 проценты самаһы элиталы һәм суперэлита. Уңыш шуға ла ҙур. икенсенән, ашламаны ла яҡшы ғына һалдыҡ. Йәнә лә техниканы яңыртыу әүҙем бара, - тине министр.
Фото: БР Хөкүмәте сайтынан.