-7 °С
Болотло
Башҡортостанда йыл башынан 1 – 4 йәшлек өс балала ВИЧ булыуы асыҡланған. 266 ауырлы ҡатында ла – шул уҡ диагноз.
Был турала мәғлүмәт Республика СПИД-ҡа һәм йоғошло ауырыуҙарға ҡаршы көрәш һәм профилактика үҙәгендә бар, тип яҙа ҡайһы бер сығанаҡтар.
Дөйөм алғанда, 2022 йылдың 30 сентябренә ҡарата ВИЧ-статуслы 252 бала бар, уларҙың күбеһенә (209) 14 йәш тә тулмаған әле.