Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Октябрь 2022, 17:30

Интим хеҙмәттәр вәғәҙә иткән иғландарҙы урап үтегеҙ!

Стәрлетамаҡта йәшәгән 21 йәшлек егет интим хеҙмәттәр менән файҙаланырға уйлаған. Ҙур өмөттәр бағлап, иғланда күрһәтелгән телефон номерына шылтыратҡан, тик бер кем дә трубканы алмаған. Ә бер аҙҙан уға билдәһеҙ кеше шылтыратып, янай башлаған, йәнәһе лә, уның ваҡытһыҙ шылтыратыуы арҡаһында система боҙолған, хәҙер шуның өсөн уға 240 мең һумлыҡ зыянды ҡапларға кәрәк, юғиһә "проблемалары буласаҡ". Үҙенең һаулығы өсөн ҡурҡҡан егет кредит алып, аҡсаларҙы ир әйткән иҫәпкә күсергән. 

Интим хеҙмәттәр вәғәҙә иткән иғландарҙы урап үтегеҙ!
Интим хеҙмәттәр вәғәҙә иткән иғландарҙы урап үтегеҙ!

Стәрлетамаҡтан 38 йәшлек ир ҙә шундай уҡ хәлгә тарып, аферистарға 32 мең һум күсереп ҡотолған.

Өфөлә йәшәүсе 90 йәшлек әбейгә "финансист" шылтыратып, алдан һатып алған дарыуҙар өсөн компенсация тәғәйенләнеүе хаҡында "һөйөнсөләгән". Компенсацияны алыр өсөн шылтыратҡан әҙәмдең иҫәбенә "ни бары 95 мең һум аҡса күсерергә кәрәк" икән. Әбей, аҡса күсереү тураһында һүҙ сыҡҡас, трубканы һалған да, муттарҙың шылтыратыуына башҡаса яуапламаған, уны ҡаңғыртыуҙары хаҡында полицияға хәбәр иткән. Барыһы ла ошо пенсионер кеүек уяу булһасы!

Мутлыҡ факттары буйынса уҙған тәүлектә туғыҙ енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: