Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Октябрь 2022, 17:02

Беҙҙең ғалимә федераль грантҡа лайыҡ булды

Химия фәндәре докторы һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты профессоры Гөлнара Раҫкилдина 18 миллион һумлыҡ федераль грантҡа лайыҡ булды. Уның «Яңы энергетика» йүнәлеше буйынса яңы йәштәр лабораторияһын булдырыу буйынса проекты ярҙам аласаҡ.

Беҙҙең  ғалимә федераль грантҡа лайыҡ булды
Беҙҙең ғалимә федераль грантҡа лайыҡ булды

Лаборатория командаһына Өфө дәүләт нефть техник университетының ғилми хеҙмәткәрҙәре һәм йәш ғалимдары Юлианна Борисова, Римма Солтанова, Гөлнур Сәхәбетдинова, Алһыу Байбуртли, Айрат Мусин, Екатерина Мальцева, Виктор Воинов, студенттар Дилара Солтанова һәм Екатерина Титова ингән.

– Беҙҙең проект өс йылға иҫәпләнгән. Аҡса тикшеренеүҙәр үткәреү һәм кәрәкле химик реактивтар, иреткестәр, катализаторҙар һәм башҡа тотона торған материалдар, заманса ватан һәм импорт ҡорамалдар һатып алыу, лайыҡлы хеҙмәт хаҡы булған иң яҡшы белгестәрҙе йәлеп итеү өсөн файҙаланыласаҡ. Ғалимдарыбыҙ илебеҙҙең алдынғы академия үҙәктәрендә һәм юғары уҡыу йорттарында, мөмкин булғанса, сит илдәрҙә ғилми-тикшеренеү стажировкалары үтәсәк, – ти Гөлнара Зиннур ҡыҙы.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: