Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Октябрь 2022, 15:40

Башҡортостан Башлығы быйылғы ҡыштың ныҡ һыуыҡ булыуын теләгәйне...

Климатологтарҙың үҙ фараздары бар.

Башҡортостан Башлығы быйылғы ҡыштың ныҡ һыуыҡ булыуын теләгәйне...
Башҡортостан Башлығы быйылғы ҡыштың ныҡ һыуыҡ булыуын теләгәйне...

Рәсәй Фәндәр академияһы Пущин ғилми үҙәгенең әйҙәүсе хеҙмәткәре Алексей Карнаухов фекеренсә, климаттың үҙгәреүе арҡаһында һауа торошон алдан фаразлап булмай. Быйыл ҡышҡа ике фактор йоғонто яһаясаҡ: глобаль йылыныу сәбәпле, ҡыштар  ҙа Рәсәйҙә әкренләп йылыраҡ була бара. Күҙәткәндәр: икенсе йыл рәттән ҡыш “йомшаҡ” килә.

Шулай ҙа һиҫкәндергән бер нәмә бар: эксперт әйтеүенсә, Төньяҡ Атлантикалағы ағымдың ҡатмарлы системаһы көсһөҙләнә бара, шул сәбәпле, Европала ла климат уңайлы. Әммә ҡайһы берҙә барыһы ла боҙола һәм ҡаты һыуыҡтар була.

Карнаухов нимә тиергә теләне икән? Уның: “Ҡыш йә аномаль һыуыҡ, йә аномаль йылы”, – тигәне йылмайта ғына. Үәт, климатолог әйтте! Эйе, дөрөҫ, глобаль йылыныу тигәндәре “аномаль” бер нәмә буласағын аңғарта.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: