Ул элекке ҡатынына улын аҫрауға бөтә эш хаҡы төрҙәренән 1х4 күләмендә алимент түләргә тейеш була.
Атай тигән әҙәм үҙенә йөкмәтелгән бурыстар тураһында белә тороп, системалы рәүештә суд талаптарын һанға һуҡмай һәм улына алиментты тулы күләмдә түләмәй, ә ҡайһы берҙә бөтөнләй онота. Һөҙөмтәлә 350 мең һумлыҡ бурысы йыйыла. Шуға ла приставтар был турала уның "иҫенә" төшөрә - "иномарка"һын ала. Унан, моғайын, балаға файҙа килер.
Фото: ГУФССП России по Республике Башкортостан.