Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Октябрь , 10:00

«Хәрбиҙәргә – башҡорт ҡорото» флешмобына ҡушыла алаһығыҙ!

Ҡырмыҫҡалы районының башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты, Иҫке Муса ауыл китапханаһы «Хәрбиҙәргә – башҡорт ҡорото» тигән флешмоб башлап ебәргән. Унда ҡушылыу өсөн #хәрбиҙәргәбашҡортҡорото хэштегын ҡуйырға кәрәк.

«Хәрбиҙәргә – башҡорт ҡорото» флешмобына ҡушыла алаһығыҙ!
«Хәрбиҙәргә – башҡорт ҡорото» флешмобына ҡушыла алаһығыҙ!

Ошо көндәрҙә Иҫке Муса ауылы китапханаһында кесе йәштәге китап уҡыусылар китапханасы апайҙары Миләүшә Мөхәмәтйәрова менән бергәләп кипкән ҡорот әҙерләгән. Улар мобилизацияға алынған ир-егеттәргә оҙатылған.

Еңел булмаған шарттарҙа яугирҙарыбыҙ ҙа өй йылыһын тойһон, күстәнәстәребеҙ кәйефтәрен һәм хәрби рухын күтәрһен, ти флешмобты ойоштороусылар.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас в