Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Октябрь 2022, 14:45

"Урал һулышы"на рәхим итегеҙ!

27 октябрҙә Башҡортостан Республикаһының Милли музейында рәссам, график, Рәсәйҙең Рәссамдар Союзы ағзаһы Илдар Әшрәф улы Ғәниевтың Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылына арналған күргәҙмәһе асыла.

"Урал һулышы"на рәхим итегеҙ!
"Урал һулышы"на рәхим итегеҙ!

Рәссамдың тәҡдим иткән эштәренең төп концепцияһы – йәш быуынды халҡыбыҙҙың бай әҙәби мираҫы, тәү сиратта, башҡорт эпосының уникаль ҡомартҡылары менән таныштырыу. Халыҡ сәсәндәре аша беҙгә «Ҡуңыр буға», «Алпамыша», «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу» кеүек билдәле әҫәрҙәр килеп еткән. Был эпостарҙа башҡорт халҡының аҡылы, мәҙәниәте, ғөрөф-ғәҙәттәре күрһәтелгән, мөхәббәт һәм тоғролоҡ төшөнсәләре асылған.

Илдар Ғәниевтың әҫәрҙәре тамашасыға халыҡ мифтары, риүәйәттәренең йөкмәткеһен асырға булышлыҡ иткән үҙенсәлекле шиғри мөхит тыуҙыра. Художестволы саралар ярҙамында ул геройҙарҙың яҙмышы тураһында фәлсәфәүи уйланыуҙарҙы тормошҡа ашыра, уларҙың дөйөмләштерелгән образдарын тыуҙыра.
Халыҡ мәҙәниәтенең үҙенсәлеген рәссам башҡорт орнаментының традицион варианттарын, төрлө форма һәм материалдар ҡулланып ижад ителгән «Уҡсы тамғаһы», «Орсоҡ» композицияларында сағылдыра.

Бынан тыш, күргәҙмәлә «Урал таштары» серияһынан әҫәрҙәр тәҡдим ителә. Был картиналар рәссамдың ижади табыштары менән һоҡландыра, экспозицияларының романтик һәм эпик характерын тәрәнәйтә.

Фото: museumrb

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: