Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Октябрь 2022, 12:25

Ҡулһыҙ ҡалған малай аяғы менән һүрәт төшөрә

Ул күп өлкәндәргә өлгө.

Ҡулһыҙ ҡалған малай аяғы менән һүрәт төшөрә
Ҡулһыҙ ҡалған малай аяғы менән һүрәт төшөрә

Футбол уйнағанда электр тогына һуғылып ҡулһыҙ ҡалған Туймазы районының Балтай ауылынан 10 йәшлек Илназ Дәүләтов аяҡтары менән һүрәт төшөрә башлаған.  Ул социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ҡаҙаныштары менән үҙенең бүлеште.

Малайҙың социаль селтәренә яҙылыусылар билдәләүенсә, баланың картиналары бик матур, уның һүрәт төшөрөргә һәләте бар.

Былтыр июлдә ныҡ йәрәхәтләнеп ҡулын юғалтҡан Илназ ауырлыҡтарға бирешмәй, әүҙем тормош алып бара. Ул грамоталар һәм наградалар алып, яңы үрҙәргә өлгәшә. Әйткәндәй, яңыраҡ ҡына йүгереү ярышында  ҡатнашып, яҡшы һөҙөмтәләр күрһәткән.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: