Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Октябрь 2022, 20:30

Тарталеткаларҙан ҡабымлыҡ

   Тарталеткаларға тәмле  һәм туҡлыҡлы эслек тултырһаң, уларҙан ҡунаҡ табынына бына тигән ҡабымлыҡ килеп сыға.    

Тарталеткаларҙан ҡабымлыҡ
Тарталеткаларҙан ҡабымлыҡ

 

 

Эслектәрҙе түбәндәгесә әҙерләргә мөмкин.

  1. Тауыҡ итен бешереп, турап, уның өҫтөнә сыр, ваҡланған сәтләүек, укроп, майонез һалып, бутарға. Өҫтөн зәйтүн емеше менән биҙәргә.
  2. Сей кишер, сыр, 2-3 бүлкәт һарымаҡ. Барыһын да ҡырғыстан үткәреп, майонез ҡушырға.
  3. Краб таяҡсалары, консерваланған кукуруз, йомортҡа, майонез. Биҙәү өсөн ыуылдырыҡ, мәк һибергә мөмкин.
  4. Һуған менән ҡыҙҙырылған бәшмәк, йомортҡа, сыр.
  5. Ҡыяр, йомортҡа, бешкән балыҡ.
  6. Йомортҡа, һуған, консервалағы ыҫланған балыҡ (шпроты), сыр, майонез.
  7. Ыҫланған тауыҡ ите йәки ветчина, сыр, әстерхан сәтләүеге, ҡара емеш.

 

Фото: 

 

novyefoto.ru

 

 

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: