Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Октябрь 2022, 09:14

Сиҙәкбашта - яңы мәҙәниәт йорто

Бишбүләк районының Сиҙәкбаш ауылында капиталь ремонттан һуң мәҙәниәт усағы асылды.

Сиҙәкбашта - яңы мәҙәниәт йорто
Сиҙәкбашта - яңы мәҙәниәт йорто
Эштәр "Мәҙәниәт" милли проектының "Мәҙәни мөхит" федераль йүнәлеше буйынса башҡарылды.
Былтыр 3,6 млн һумдан ашыу аҡса бүленгән. Был суммаға ҡыйыҡ, йылытыу системаһы, тәҙрәләр яңыртылған. Быйыл бүленгән 7,2 млн һум аҡсаға бинаның тышҡы йөҙөн ремонтлағандар, санузел, электр-монтаж һ.б. ҡалған эштәрҙе башҡарғандар.
Киләһе йылда "Берҙәм Рәсәй" партияһының "Кесе Ватан мәҙәниәте" проекты буйынса ҡорамалдар, йыһаздар һәм кейемдәр алынасаҡ.
Фото: БР Мәҙәниәт министрлығынан.
Сиҙәкбашта - яңы мәҙәниәт йорто
Сиҙәкбашта - яңы мәҙәниәт йорто
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: