Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Октября 2022, 06:30

Республикала йәшәүселәрҙе ҡыҫҡа эш аҙнаһы көтә

Халыҡтар берҙәмлеге көнөн байрам итеүгә бәйле Рәсәйҙә йәшәүселәрҙе дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтә.

Республикала йәшәүселәрҙе ҡыҫҡа эш аҙнаһы көтәРеспубликала йәшәүселәрҙе ҡыҫҡа эш аҙнаһы көтә
Республикала йәшәүселәрҙе ҡыҫҡа эш аҙнаһы көтә

Кесаҙна, 3 ноябрҙә, ҡыҫҡартылған эш көнө була. Йома, 4 ноябрь, байрам көнө буласаҡ. Шулай итеп, рәсәйҙәр өс көн рәттән – 4 ноябрҙән 6-һына тиклем ял итә.

 

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, был айҙа Башҡортостан халҡы Республика көнө уңайынан шишәмбе, 11 октябрҙә, өҫтәмә ял итте.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас