Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Октябрь 2022, 15:15

Муттарға биш миллион һумдан ашыу аҡса күсергәндәр

Яңауыл районынан 43 йәшлек ҡатынға "банктың биржа платформаһы вәкиле" шылтыратып, инвестициялау юлы менән аҡса эшләргә тәҡдим иткән. Ҡатын сайтта брокер иҫәбен асып, шунда өс миллион һумға яҡын аҡсаһын күсергән. Тик вәғәҙә ителгән дивидендтарҙы алыу түгел, хатта үҙенең миллиондарын да кире сығара алмаған. "Биржа платформаһы вәкиле" лә эҙһеҙ юғалған...

Муттарға биш миллион һумдан ашыу аҡса күсергәндәр
Муттарға биш миллион һумдан ашыу аҡса күсергәндәр

Архангель районынан 48 йәшлек ҡатынға "банк хеҙмәткәре" шылтыратып, уға күп йыллыҡ хеҙмәт стажы өсөн пенсия түләүҙәре булыуын һөйөнсөләгән. "Түләүҙәрҙе күсереү өсөн" ҡатындың банк картаһы мәғлүмәттәрен, телефонға килгән смс-кодтарҙы ла һорашып алғас, муттар уның иҫәбенән 230 мең һум аҡсаһын сәлдергән...

Тәүлек эсендә генә муттар 17 кешене кәкре ҡайынға терәгән.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: