Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Октябрь 2022, 10:23

Милли сәйәсәтте тормошҡа ашырыу мәсьәләләре ҡаралды

Премьер-министр  Андрей Назаров үткәргән  Башҡортостан  Хөкүмәте  ултырышында «Башҡортостан Республикаһында дәүләт милли сәйәсәтен тормошҡа ашырыу»  дәүләт программаһын  раҫлау тураһында» БР Хөкүмәте ҡарары проекты ҡаралды.  

Милли сәйәсәтте тормошҡа ашырыу мәсьәләләре ҡаралды
Милли сәйәсәтте тормошҡа ашырыу мәсьәләләре ҡаралды

 

- Бөгөн республикала 160-тан ашыу милләт йәшәй.  Һәр халыҡтың үҙенсәлеген һаҡлап ҡалыу һәм үҫтереү буйынса  ҙур эш алып барабыҙ.   Быйыл «Башҡортостан Республикаһында дәүләт милли сәйәсәтен тормошҡа ашырыу»  дәүләт программаһы тамамлана.   Беҙ яңы дәүләт  программаһы проектын ҡарарға планлаштырабыҙ.   Уны тормошҡа ашырыу өсөн 450 млн һум аҡса ҡаралған, – тине Премьер-министр.

«Башҡортостан Республикаһында дәүләт милли сәйәсәтен тормошҡа ашырыу» дәүләт программаһы менән ентекләберәк мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова таныштырҙы.  

Уның әйтеүенсә, программа дүрт өлөштән тора.   Уны тормошҡа ашырыу илһөйәрлек һәм милләт-ара мөнәсәбәттәрҙә мәҙәнилек тәрбиәләргә, халыҡтарҙың милли йолаларын, төбәктең үҙенсәлеген  һаҡлап алып ҡалырға булышлыҡ итәсәк.

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: