Сараны район мәҙәниәт йорто артистары һәм ижади коллективтар ярҙамында Мәсетле районы башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты һәм Башҡортостан Республикаһы рустары соборының урындағы бүлексәһе үткәргән.
– Беҙҙең бурыс - үҙебеҙҙең егеттәргә ярҙам итеү, мөмкин булғанса булышлыҡ итеү, яугирҙар кәрәкле бөтә нәмә менән тәьмин ителһен өсөн барыһын да эшләү. Быларҙың барыһына ла битараф булмаған мәсетлеләр һәм эшҡыуарҙар берләшмәһе ярҙамынан тыш ирешеп булмаҫ ине, – ти үҙенең сығышында Мәсетле районының хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин.
Тыуған илгә һөйөү хисе менән һуғарылған һәр бер сығыш барлыҡ килеүселәрҙең күңеленә хуш килгән. Барыһы ла, тиҙерәк һуғыш бөтөп, ир-егеттәребеҙ иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуын теләй.
Фото: Т. АМАНОВ.