Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Октябрь 2022, 21:00

Көн тыуҙымы, ауыр хәбәр килә

Нисек түҙһен быға йөрәктәр. Гонаһыбыҙ әллә күбәйҙеме, Ҡабул булмай беҙҙең теләктәр?! Беҙ үҫкәндә көҙҙән матур ине, Тыныс ине илдәр, күгебеҙ. Донъяларҙың тыныс булмауына Ғайеплеме әллә үҙебеҙ?! Ниндәй хата ҡылдыҡ, нимә булды, Ҡайҙа китте беҙҙең яңылыштар?! Йәшәрга лә өлгөрмәйсә китә, Бөтөнләйгә кескәй яҙмыштар... Илдә көн дә хәлдәр шәптән тугел, Бар донъяһы гүйә шашынған. Ил ҡайғыһы менән бер ваҡытта Ҡайғы йөрөй кеше башынан. Ил ҡайғыһын бер үк тарат тейеп, Нисәнсе көн күктән һораныҡ. Ҡояш сыҡҡан бөгөн һаран ғына, Хәйерлегә тейеп юраныҡ. Был көндөң дә тарих биттәренә Кереп ҡалыр тағы ҡараһы. Ижауҙарҙа харап булды бөгөн Нисә йәп- йәш мәктәп балаһы. Ниңә беҙҙең ғәзиз балаларҙы Яҡлаусылар бер ҙә табылмай??? Бер гонаһһыҙ сабыйҡайҙар китә, Был һуң әллә беҙгә ҡағылмай??? Күпме кәрәк бала үлемдәре, Етмәйме ни әллә булғандар??? Ул балалар беҙҙә артыҡ әллә??? Әйтегеҙсе, дуҫтар, туғандар!!! Балаларға түгел, ҙурҙары ла , Ҙур ҡурҡыныс эшкә барыу ҙа. Булған хәлдәр бәғерҙәрҙе киҫә, Яраланған юҡ шул дарыу ҙа. Эй, балалар, кисерегеҙ беҙҙе, Һеҙ китергә тейеш түгелдәр. Әллә ниндәй килде быйыл көҙҙәр, Түгелергә тора күңелдәр... Бала юйған ата- әсә хәлен Баҫыр өсөн булмаҫ һүҙҙәр ҙә. Әллә ниндәй булдыҡ үҙебеҙ ҙә, Әллә ниндәй булды көҙҙәр ҙә. Әсәй булғас , ҡолаҡ һалаһың шул Бала бәғер тигән һүзҙәргә. Ҡайтарығыҙ мине йыраҡ ҡалған, Алтын төҫлө матур көҙҙәргә. Бала саҡта көҙҙәр матур ине, Ямғырҙа ла көндәр яҡтыраҡ. Иртәгәнән булған хәбәрҙарҙең Барыһы ла булһын яҡшыраҡ. Ҡояш ҡасҡан, беҙҙән оялғанмы, Тағы ямғыр яуа күктәрҙән. Тышта ямғыр, йылы өй эсендә Әсе йәштәр тама күҙҙәрҙән.. Йәм ҡалманы быйыл көҙҙәрҙән... (Гөлсәсәк Хафизуллина)

Көн тыуҙымы, ауыр хәбәр килә
Көн тыуҙымы, ауыр хәбәр килә

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: