+20 °С
Болотло
25 октябрҙә бер аҙ ямғыр һәм епшек ҡар яуыуы мөмкин. Республиканың айырым райондарында тимер сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы, боҙлауыҡ булыуы күҙаллана. Ел көньяҡ-көнбайыштан, йүнәлешен төньяҡ-көнбайышҡа үҙгәртеп талғын. Һауа температураһы көндөҙ – 0–5 градус йылы.
26 октябрҙә урыны менән бер аҙ ҡар яуа. Ел төньяҡ-көнбайыштан, төньяҡтан талғын. Һауа температураһы төндә – 2–7 градус һалҡын, көндөҙ 1 градус һалҡындан 4 градусҡаса йылы.
Фото: Т. Аманов