Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Октябрь 2022, 13:59

Игорь Комаров менән Радий Хәбиров "Менталь сәләмәтлек" проекты буйынса кәңәшмә уҙғарҙы

РФ Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаровтың Өфөгә килгәнен яҙғайныҡ инде. Ул Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән округтың ижтимағи проекты буйынса осрашыу үткәрҙе.

Игорь Комаров менән Радий Хәбиров "Менталь сәләмәтлек" проекты буйынса кәңәшмә уҙғарҙы
Игорь Комаров менән Радий Хәбиров "Менталь сәләмәтлек" проекты буйынса кәңәшмә уҙғарҙы

"Менталь сәләмәтлек" проекты аутистик спектр боҙоҡлоғо булған балалар һәм өлкәндәргә ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелгән. Социаль өлкәлә, һаулыҡ һаҡлау тармағында, мәғарифта, эш табыуҙа ярҙам күрһәтелә. Башҡортостан был проектты ғәмәлгә ашырыу буйынса пилот проекттар исемлегенә ингән. Башланғысты Радий Хәбиров та хуплаған.

Үкенескә күрә, аутист балалар һаны арта бара.

– Мы добились более точного выявления числа детей с аутизмом. На 1 октября в регионе под наблюдением врачей-психиатров состоит 1 877 детей с аутизмом. Из них 342 ребёнка посещают детские сады, 844 – это школьники, – тине Радий Хабиров. 

Бынан тыш, хәүеф төркөмөнә ингән балалар ҙа күп. Киләһе йылдың беренсе кварталына беҙҙә менталь сәләмәтлек буйынса махсуслаштырылған үҙәк асыласаҡ. 

Фото: БР Башлығы сайтынан.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: