«Балаҡатай районынан мобилизацияға эләккән өс балалы ике ир ғаиләләренә ҡайтарылды. РФ Оборона министрлығы белешмәһе буйынса, хәрби хеҙмәткә саҡырылыуға кисектерелеүгә өс балаһы булған атайҙар ҙа индерелде. Районда ундайҙарҙан ике кеше асыҡланған», - тине ул социаль селтәрҙәрҙә.
Мәсхүт Миңлеғәлин был ирҙәр менән осрашҡан һәм Свердловск өлкәһендә ҡалған башҡа яҡташтарға нимә кәрәклеге тураһында белешкән.