Уның әйтеүенсә, мәғариф һәм фән министрлығы яғынан төрлө йәш төркөмдәренә ҡағылған 10 ярҙам сараһы ҡаралған.
– Шундайҙарҙың береһе – махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың йәш ярымға еткән балаларын балалар баҡсаһына сиратһыҙ ҡабул итеү. Бының өсөн ата-әсә йәшәү урыны буйынса мәғариф бүлегенә мөрәжәғәт итә, ғариза яҙа, махсус хәрби операцияға ҡатнашыусы статусын раҫлаусы справка тапшыра, – тине Айбулат Вәкил улы.
Бынан тыш, 1,5 – 7 йәштәрҙәге кескәйҙәр балалар баҡсаһына бушлай йөрөй ала. Бының өсөн ата-әсәгә балалар баҡсаһы етәксеһенә мөрәжәғәт итеп, был ярҙам сараһын алыу буйынса ғариза яҙырға кәрәк.
Был ярҙам сараһы ғариза яҙған көндән, атай кешенең (законлы вәкилдең) махсус хәрби операцияла ҡатнашыу осоронда ғына ғәмәлгә инә.
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә ярҙам саралары хаҡында тулыраҡ мәғлүмәтте ошо һылтанма буйынса
https://education.bashkortostan.ru/presscenter/news/491619/ алырға була.
Фото: Т. АМАНОВ.