Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Октябрь 2022, 10:20

Еңел сәнәғәтте үҫтереүгә ярҙам

Башҡортостан Хөкүмәтендә тегенселек йүнәлешенә ярҙам итеүгә субсидия бүлеү мәсьәләһе ҡарала.

Еңел сәнәғәтте үҫтереүгә ярҙам
Еңел сәнәғәтте үҫтереүгә ярҙам

Хөкүмәт Рәйесе Андрей Назаров белдереүенсә, әле беҙҙә ошо тармаҡта эшләүсе 311 предприятие бар. Уларҙың тауары автомобиль, авиация, ауыл хужалығы, химия һәм сәнәғәттең башҡа өлкәһендә ҡулланыла. Халыҡҡа ла кәрәкле. Бындай производстволарға эш сығымдары йәһәтенән ярҙам кәрәк, әлбиттә.

- Тармаҡты артабан үҫтереү өсөн төрлө профилдәге технологик ҡорамалдар паркын модернизациялау һәм яңыртыу талап ителә. Был мәсьәләләрҙе хәл итеү варианттарының береһе - еңел сәнәғәт предприятиелары өсөн ҡорамалдар һатып алыуға сығымдарҙың бер өлөшөн субсидиялау. Республикала 2020 - 2021 йылдарҙа ошондай программа эшләне лә инде. Уның ярҙамында беҙҙең «еңел сәнәғәтселәр» 263 миллион һумдан ашыу аҡсаға 4 мең самаһы берәмек етештереү ҡорамалы һатып алыуға өлгәште. Бындай субсидия биреүҙе быйыл да оҙайтырға тәҡдим ителә, - тине Андрей Назаров.

Фото: БР Хөкүмәте сайтынан.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: