Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Октябрь 2022, 15:29

Беҙҙә холера сире юҡ!

Роспотребнадзорҙың төбәк буйынса идаралығы белдерә: социаль селтәрҙәрҙә һәм мессенджерҙарҙа таратылған эсәр һыу сығанаҡтарында ваба (холера) вибриондары табылыуы тураһындағы хәбәр ысынбарлыҡҡа тап килмәй.   

Беҙҙә холера сире юҡ!
Беҙҙә холера сире юҡ!

Идаралыҡ эсәр һыу тәьминәтенең сифаты һәм хәүефһеҙлеген ныҡлы күҙәтеү аҫтында тота. Һыу сығанаҡтарынан һәм таратыу селтәренән даими рәүештә микробиологик, вирусологик һәм санитар–химик күрһәткестәргә пробалар алына. Улар барыһы ла гигиеник талаптарға яуап бирә.

Роспотребнадзорҙан хәбәр итеүҙәренсә, санитар-эпидемиология хеҙмәтенең яҡшы эшләүе һөҙөмтәһендә Рәсәйҙә холера сире оҙаҡ ваҡыт теркәлмәгән. Башҡортостанда ситтән килеп зарарлау осрағы 2008 йылда булған. Унда инфекция республикаға ваба буйынса хәлдәр киҫкен булған илдән эләккән. Ауырыу таралыуына юл ҡуйылмаған.

 

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: