Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Октябрь 2022, 17:45

Башҡортостанда өс бәләкәй улын туҡмаған ҡатын шартлы срокка хөхөм ителде

Башҡортостанда прокуратура балалары менән ҡаты мөғәмәлә иткән әсәгә ҡарата хөкөм ҡарарына ҡаршы ялыу бирәсәк. Был хаҡта республика прокуратураһынан хәбәр итәләр.

Башҡортостанда өс бәләкәй улын туҡмаған ҡатын шартлы срокка хөхөм ителде
Башҡортостанда өс бәләкәй улын туҡмаған ҡатын шартлы срокка хөхөм ителде

2021 йылдың сентябренән 2022 йылдың мартына тиклем әсә  2012, 2015 һәм 2018 йылғы улдарын туҡмаған. Балаларға  типкән, ҡулдары һәм ҡайыш менән һуҡҡан. Шулай уҡ мыҫҡыллы һүҙҙәр әйтеп, уларҙы кәмһеткән һәм улар алдында спиртлы эсемлектәр ҡулланған.

 

Быға тиклем ҡатын ике балаһын тейешенсә тәрбиәләмәгән өсөн енәйәт яуаплылығына тарттырылған була. Ғәйепләнеүсе үҙ ғәйебен таныны. Суд уға 1 йыл һынау срогы менән шартлы рәүештә 9 айға иркенән мәхрүм итеү тураһында ҡарар сығарған.

 

Прокуратура вәкилдәре саманан тыш йомшаҡ яза тәғәйенләгән бәйле ҡарарға ҡаршы ялыу бирҙе. Хәҙер балалар атай ҡарамағында, ҡатын әсәлек хоҡуғынан мәхрүм ителгән.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: