Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Октябрь , 09:20

Башҡортостанда бер миллион тонна көнбағыш һуғып алынған

 Был хаҡта Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Башҡортостанда бер миллион тонна көнбағыш һуғып алынған
Башҡортостанда бер миллион тонна көнбағыш һуғып алынған

Көнбағыш йыйыу «экватор»ға күсте. Төбәк аграрийҙары 250 мең тоннаға яҡын көнбағыш орлоғо йыйып алған.

 

Бөгөнгө көнгә был культураның уртаса уңышы гектарынан 15,7 центнер тәшкил итә. Май орлоҡтарын тулайым йыйыу буйынса Көйөргәҙе, Стәрлетамаҡ, Мәләүез һәм Әлшәй райондары алда килә.

 

Уңыш буйынса Ғафури, Көйөргәҙе һәм Дүртөйлө райондары хужалыҡтары ла ҡалышмай.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас в