Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Октябрь 2022, 10:39

«Ғаилә» үҙәктәре ярҙам итергә әҙер

«Ғаилә» үҙәктәре хәҙер иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем эшләй. Ошо хаҡта Башҡортостан юлдаш телеканалында уҙған брифинг барышында республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова һөйләне.

«Ғаилә» үҙәктәре ярҙам итергә әҙер
«Ғаилә» үҙәктәре ярҙам итергә әҙер

– Һәр ҡалала һәм районда, һәр район үҙәгендә Ғаилә хеҙмәттәре бар, уларға түләүҙе юллауҙа, документтар әҙерләүҙә (судҡа, банктарға, суд приставтары хеҙмәтенә ғариза яҙырға мөмкин) ярҙам һорап мөрәжәғәт итергә була.

Әле «Ғаилә» үҙәктәре эшләүсе әсәләргә уңайлы булһын өсөн эштең форматын үҙгәртте һәм граждандарҙы ҡабул итеү ваҡытын иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем арттырҙы. Йәғни белгестәребеҙ көн һайын документтар йыйыуҙа һәм әҙерләүҙә ярҙам күрһәтергә әҙер. Беҙгә хәҙер алименттар менән бәйле бик күп һорауҙар килә. «Ғаилә» үҙәктәрендә бындай мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә тәжрибәһе булған юристар һәм психологтар эшләй,  – тип билдәләне брифинг барышында Ленара Иванова.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: