Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Октябрь 2022, 10:53

943 етем-баланы торлаҡ менән тәьмин итеү планлаштырыла

 БР Хөкүмәте ултырышында етем-балалар һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы торлаҡ менән тәьмин итеү мәсьәләһе ҡаралды. 

943 етем-баланы торлаҡ менән тәьмин итеү планлаштырыла
943 етем-баланы торлаҡ менән тәьмин итеү планлаштырыла

 

Премьер-министр Андрей Назаров әйтеүенсә,   2022 йылда  Башҡортостанда 18 йәштән оло етем-балаларҙы  торлаҡ менән тәьмин итеү буйынса йыйылған бурысты  бөтөрөү буйынса программа ҡабул ителгән.   

- Ҡабул ителгән программа 2025 йылға тиклем ғәмәлдә була һәм 4 меңдән ашыу кешене торлаҡ менән тәьмин итергә булышлыҡ итәсәк.  Быйылдан башлап беҙ уны финанслау күләмен 61 процентҡа арттырҙыҡ. Хәҙер ул 1,5 млрд һумдан күберәк тәшкил итә.  Етем-балаларҙы торлаҡ менән тәьмин итеү муниципалитеттар ҡарамағында.  Иң киҫкен мәсьәлә – талаптарға яуап бирерлек торлаҡ биналарҙың булмауы. Уны хәл итеү өсөн  муниципалитеттарға   сиктәш ҡала-райондарҙа  торлаҡ һатып алыу хоҡуғы  бирелде, – тине Андрей Назаров.    

 БР  төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Егор Родин  әйтеүенсә,  республикала 7857 етем-бала  торлаҡҡа сиратта тора.  2021 йылда  шулар иҫәбенән 762 кеше  йәшәү урыны менән тәьмин ителгән.   2022 йылда 943 етем-баланың торлаҡ мәсьәләһен хәл итеү планлаштырыла.   

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: