-33 °С
Ясна
Хөкүмәт Рәйесе белдереүенсә, йыл һайын юлдарҙы тейешенсә тотоуға ярайһы ғына финанс йүнәлтелә. Былтыр юл фонды 29 млрд һум булған. Был сумма тулыһынса тиерлек үҙләштерелгән. Быйыл юл фондының дөйөм күләме 35 млрд һум. Былтырғыға ҡарағанда, 20 процентҡа күберәк.
- Йыл тамамланып килә, шунлыҡтан сумманы тотоноп бөтөү мөһим, - тине Андрей Назаров.
Әлегә 24,1 млрд һумы үҙләштерелгән. Төбәк һәм муниципаль-ара юлдарҙы финанслауға - 18,3, урындағы әһәмиәтлеләренә 14,5 млрд һум аҡса бүленгән.
Фото: БР Хөкүмәте сайтынан.