Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Октябрь 2022, 22:15

Юл фажиғәләре - 23 октябрь

Уҙған тәүлектә республика юлдарында биш юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, уларҙа биш кеше йәрәхәтләнгән. Эскән килеш машина йөрөткән 38 водитель тотолған.

Юл фажиғәләре - 23 октябрь
Юл фажиғәләре - 23 октябрь

Кисен Хәйбулла районында, Сибай-Аҡъяр автомобиль юлының 65-се саҡрымында, 63 йәшлек ир "ВАЗ-21099" машинаһында юлдан осоп түңкәрелгән.

Йәрәхәтләнгән водитель дауаханаға оҙатылған. Тикшереү уның организмында тын алғанда сыҡҡан бер литр һауаға 0.853 мг алкоголь булыуын күрһәткән.

Фото: БР ЮХХДИ.

Юл фажиғәләре - 23 октябрь
Юл фажиғәләре - 23 октябрь
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: