Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Октябрь 2022, 12:50

Ҡыш бабайҙы ҡаршы алырға әҙерлән!

7 декабрҙә Өфөгә Ҡыш бабай поезы киләсәк.  

Ҡыш бабайҙы ҡаршы алырға әҙерлән!
Ҡыш бабайҙы ҡаршы алырға әҙерлән!

 

Күсмә резиденцияға Яңы йылдың төп тылсымсыһының ҡабул итеү бүлмәһе, уйын, квест үткәреү өсөн вагондар ингән.

  Ҡыш бабай командаһы Бөйөк Устюгтан Владивостокҡа тиклем барып кире әйләнеп ҡайтасаҡ. Улар әле юлға сыҡҡан. Беренсе туҡталыш Иркутск өлкәһенең Тайшет ҡалаһында 29 октябрҙә буласаҡ. Маршрутҡа йөҙҙән ашыу ҡала-ҡасаба ингән. 1 декабрҙә состав Екатеринбургҡа килеп етәсәк, алты көндән ул Өфөлә  буласаҡ. Яңы йылды Ҡыш бабай һәм уның командаһы Бөйөк Новгородта ҡаршылаясаҡ. Поезд Бөйөк Устюгҡа 15 ғинуарҙа ҡайтасаҡ.

 

Бар теләүселәр Ҡыш бабай менән тимер юл вокзалында осраша аласаҡ. Һәр туҡтаған урында поезд килеп етмәҫ борон перронда байрам программаһы уҙғарыу ҡаралған. 

 

Ҡыш бабай поезы проектын Вологда өлкәһе менән «Рәсәй тимер юлдары» асыҡ акционерҙар йәмғиәте булдырған.

 

Фото: news.myseldon.com

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: