Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Октябрь 2022, 12:55

Республика ЮХХДИ башлығы водителдәргә йәйге тәгәрмәстәрҙе ҡышҡыға алмаштырырға кәңәш итте

Башҡортостандың ЮХХДИ башлығы Владимир Севастьянов, һауа шарттарының боҙолоуына бәйле, водителдәргә машиналарының йәйге тәгәрмәстәрен ҡышҡыға алмаштырырға кәңәш итте. Был хаҡта ул үҙенең Телеграм-каналында яҙҙы.

Республика ЮХХДИ башлығы водителдәргә йәйге тәгәрмәстәрҙе ҡышҡыға алмаштырырға кәңәш итте
Республика ЮХХДИ башлығы водителдәргә йәйге тәгәрмәстәрҙе ҡышҡыға алмаштырырға кәңәш итте

 

«Температураның түбәнәйеүен күҙәтәбеҙ. Томан, көслө ел, айырым райондарҙа ҡырау төшәсәк. Төндә юлдарҙа боҙлауыҡ барлыҡҡа килә», – тип яҙа ул.

 

Республиканың баш дәүләт автоинспекторы автоһәүәҫкәрҙәрҙе киҫкен хәрәкәт итмәҫкә, шулай уҡ хәүефһеҙ арауыҡты һаҡларға һәм тиҙлек режимын арттырмаҫҡа өндәне.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: