Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Октябрь 2022, 15:10

Күп балалы атайҙар ғаиләләренә ҡайтарыла

Башҡортостандың өс балаһы булған мобилизацияланған граждандары яҡын арала хәрби хеҙмәттә булған урындарынан  ҡайта ала.

Күп балалы атайҙар ғаиләләренә ҡайтарыла
Күп балалы атайҙар ғаиләләренә ҡайтарыла

 БР Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров күп балалы ирҙәрҙе кире өйҙәренә ҡайтарырға ҡушты.

«Әйҙәгеҙ, 16 йәшкә тиклемге өс балаһы булғандарҙы саҡырайыҡ. Улар – ике йөҙҙән ашыу кеше. Был ғәҙел булыр тип уйлайым», - тине Башҡортостан Башлығы.

Шуның менән бергә Радий Хәбиров район башлыҡтарына хәрби комиссариаттар менән берлектә яҡын көндәрҙә өйөнә ҡайтҡан хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең урынына саҡырылыусыларҙың исемлеген әҙерләргә ҡушты.

– Беҙҙең мобилизация планын үтәү өсөн был кешеләрҙе башҡаларға алмаштырырға кәрәк. Республикалағы мобилизация резервының бик аҙ өлөшөн саҡырабыҙ. Шуға күрә эшләгеҙ, зинһар», - тип ҡушты ул.

 РФ Дәүләт Думаһы депутаттары башланғысы менән күп балалы атайҙарҙы өлөшләтә мобилизациялауҙан бушатырға ҡарар ителде. Быға тиклем дүрт һәм унан күберәк балаһы булған ирҙәрҙе генә саҡырмайҙар ине.

 

 

Фото:tvc.ru

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: