-9 °С
Болотло
Бөгөн Башгидрометүҙәк синоптиктары мәғлүмәттәре буйынса, республикала көндөҙ бер аҙ ямғыр, республиканың көнсығышында ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы көтөлә. Төндә – 0–5 градусҡаса һалҡынайта. Көндөҙ – 1-6 градус йылы.
Шишәмбе, 25 октябрҙә төндә бер аҙ епшек ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы көтөлә. Юлдарҙа боҙлауыҡ булыуы, ә сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар йәбешеүе ихтимал. Һауа температураһы төндә 4–1 градус һалҡын, көндөҙ 5 градусҡаса йылыта.
Фото: Т. Аманов