Акцияны БР Мәғариф һәм фән министрлығы менән берлектә республика Дәүләт автоинспекцияһы ойоштора.
Акция барышында төрлө саралар үткәреү планлаштырылған. Республика уҡыусылары "Хәүефһеҙ бала саҡ юлдары" республика КВН лигаһы финалында, "Балалар йәшәр өсөн тыуа!" тип аталған театрлаштырылған тамашалар конкурсында, "Хәүефһеҙ юлдар!" Бөтә Рәсәй онлайн-олимпиадаһында һәм башҡа сараларҙа ҡатнаша ала.
Хөрмәтле ата-әсәләр! 12 йәшкә тиклемге балаларҙы машинала йөрөткәндә балалар өсөн махсус тәғәйенләнгән ҡулайламаларҙы файҙаланығыҙ. Балаларҙың кейемендә, рюкзагында яҡтылыҡты ҡайтартҡыс элементтар булһын - был водителгә тәүлектең ҡараңғы ваҡытында ла баланы алыҫтан күреп, тиҙлекте кәметергә, машинаның тормозына баҫып өлгөрөргә форсат бирә. Бәлә-ҡаза ғаиләгеҙҙе урап үтһен!
Фото: БР ЮХХДИ.