-31 °С
Болотло
Был турала закон проекты депутаттар тарафынан тәүге уҡыуҙа ҡабул ителгән. Шулай уҡ байраҡ күсермәһен Еңеү байрамына бәйле башҡа сараларҙа ла, Бөйөк Ватан һуғышына арналған һәйкәлдәргә сәскә һалғанда ла ҡулланыу тәртибе ҡарала.
Барыһы ла - илһөйәрлек тәрбиәләү һәм тарихи хәтерҙе ҡәҙерләп һаҡлау өсөн.
- Еңеү байрағын күтәреү - бары тик тантаналы йола ғына түгел, ә тәү сиратта, фашизмды еңеүселәргә рәхмәт тойғоһон белдереү. ХХ быуаттағы трагик тарих һәм батырлыҡ өлгөләре быуындан-быуынға күсеп, беҙгә һәм йәш быуынға фашистик идлеологияларҙың өҫтөнлөк итеүенә юл ҡуймау бурысын хәтерләтеп тотоу өсөн дә мөһим был, - тигән БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев.
Фото: "Башинформ".