Быйылғы көҙ
Көләс кенә һары түгел
быйылғы көҙ...
Быйылғы көҙ-
мөлдөрәмә
тулған күңел.
Түгелеп китә өмөт тулы күңелкәйҙәр,
Өҙөлгәндә япраҡ кеүек ғүмеркәйҙәр.
Ҡоштар быйыл сарбайламай,
йырлап китә...
Һауаларҙы ярыр һағыш йөрәк өтә...
Ҡоштарҙы ла, ҡоштар кеүек киткәнде лә
Тыуып-үҫкән еркәйҙәре
Өҙөлөп көтә...
Урмандар ҙа
быйыл никтер
илағыраҡ,
Япраҡтары өҙөлөп төшә иламһырап.
Уралынан йыраҡтарға тик бер теләк-
Өҙөлмәһен юлҡайҙары, ҡайтһын урап.
Тик бер теләк: яҙҙар итеп
һалҡын көҙҙө,
Һөйөндөрөп зар илашып ҡалған беҙҙе,
Теүәл генә, талғын ҡанат ҡағынғандай,
Ҡайтһын ирҙәр йырлай-йырлай.
Йырлай-йырлай...
Миләүшә Ҡыҙрасова