Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Октябрь 2022, 19:05

Биттә йыйырсыҡтар булмаһын өсөн

Биттә йыйырсыҡтар булмаһын өсөн түбәндәге ғәҙәттәрҙән арынығыҙ.  

Биттә йыйырсыҡтар булмаһын өсөн
Биттә йыйырсыҡтар булмаһын өсөн

 

Татлы ашауҙан туҡтағыҙ. Һис юғы сикләгеҙ. Шәкәр иң беренсе сиратта тирегә насар йоғонто яһай, ҡартайта. Шәрбәттән алынған глюкоза майға әйләнә.

Һыуығыраҡ һыу менән йыуынығыҙ. Йылы һыуҙа тире кибә, йыйырсыҡтар барлыҡҡа килә. Һалҡын һыу шешмәкләнгән битте сафландыра.

Төн уртаһына тиклем йоҡламайһығыҙмы? Был ғәҙәттән арынығыҙ. Йоҡо туймау – тән, тире ҡартайыуҙың сәбәбе. Киске 11 менән иртәнге 5 сәғәт араһында йоҡларға кәрәк. Был ваҡыттағы йоҡо – сәләмәтлек йоҡоһо.

Йөҙөгөҙ менән яҫтыҡҡа ҡапланып йоҡламағыҙ. Иң яҡшыһы – арҡаға ятып йоҡлау.

Телевизор ҡарауҙы, телефонға текәлеп ултырыуҙы сикләгеҙ.  Хәрәкәтһеҙ ултырыу ҡан йөрөшөн тотҡарлай. Компьютер алдында оҙаҡ ултырыу күҙҙәргә лә зыянлы.

Был насар ғәҙәттәрҙән арынмаһағыҙ, битегеҙҙәге һырҙарҙан махсус битлектәр, кремдар ғына  ҡотҡара алмаҫ.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: