Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Октябрь 2022, 12:05

Ауыл хакимиәте башлығы мөлкәт үҙләштергән өсөн хөкөм ителде

Дәүләкән районындағы ауыл хакимиәтенең 55 йәшлек башлығы сит кешенең мөлкәтен үҙләштереүҙә ғәйепле тип танылды, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Тәфтиш комитетынан.

Ауыл хакимиәте башлығы мөлкәт үҙләштергән өсөн хөкөм ителде
Ауыл хакимиәте башлығы мөлкәт үҙләштергән өсөн хөкөм ителде

2012 йылда ауыл биләмәһенә Ивановка ауылында урынлашҡан ауыл хужалығы-производство комплексы бушлай тапшырыла. 2018 йылдың авгусында ауыл хакимиәте башлығы комплекстың ҡоймаһын һүтеп, уны металл ҡабул итеү пунктына тапшырыу өсөн урындағы кешене яллаған. Шул уҡ ваҡытта һуңғыһы чиновниктың енәйәт ҡылыуы тураһында белмәгән. Металл Һатыуҙан килгән 35 мең һум аҡсаны ауыл хакимиәте башлығына тапшырған, етәксе иһә уны үҙ маҡсатында тотона.

 

Һөҙөмтәлә ауыл биләмәһенә 400 мең һумдан ашыу зыян килтерелгән.

 

Ир үҙ ғәйебен таныған һәм зыянды тулыһынса ҡаплаған. Суд уға 100 мең һум күләмендә штраф тәғәйенләгән.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: