Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Октябрь 2022, 18:45

Юл фажиғәләре - 22 октябрь

Уҙған тәүлектә республика юлдарында ун автомобиль аварияһы теркәлгән, уларҙа ун ике кеше төрлө йәрәхәттәр алған.

Юл фажиғәләре - 22 октябрь
Юл фажиғәләре - 22 октябрь

Киске сәғәт ун тирәһендә Ишембайҙа 19 йәшлек егет "ВАЗ-2110" машинаһында йәйәүлеләр үткәүеле аша сығып барған 23 йәшлек егетте бәрҙергән. Ауыр йәрәхәтләнгән йәйәүлене дауаханаға оҙатҡандар. Йәш водитель иғтибарын телефонға йүнәлткән булған. Етмәһә, автомобилдең алғы тәҙрәләренә дәүләт стандарттары талаптарына яуап бирмәгән тонировка пленкаһы йәбештерелгән... Был факт буйынса тикшереү бара.

Иҫкәртеү саралары барышында ЮХХДИ инспекторҙары Әбйәлил районында иҫерек 15 йәшлек водителде тотҡан.

Геологоразведка ауылында юл-патруль хеҙмәте наряды "ВАЗ-2107" автомобиленә иғтибар итеп, туҡтарға ҡушҡан. Водитель полиция хеҙмәткәрҙәренең законлы талаптарын һанға һуҡмай, ҡасырға маташҡан. Ләкин уны ҡыуып етеп, барыбер туҡтатҡандар.

Водителдең шәхесен раҫлаусы документтары булмаған. Йәш кеше, яуаплылыҡтан ҡасыр өсөн, ағаһының исем-шәрифен атаған. Иҫереү билдәләре булғас, уға медицина тикшереүен үтергә тәҡдим иткәндәр. Тикшереү йәш водителдең организмында тын алғанда сыҡҡан бер литр һауаға 0,579 мг алкоголь булыуын күрһәткән.

Полиция хеҙмәткәрҙәре менән әңгәмә барышында егет үҙенең бәлиғ булмағанын, автомобилде рөхсәтһеҙ алыуын әйткән. Уның законлы вәкилдәрен саҡырып, ата-әсәһе алдында йәш кешене ҡабаттан тикшергәндәр.

Водителгә ҡарата бер нисә протокол төҙөлгән. Материалдар, ата-әсәләргә ҡарата процессуаль саралар күреү өсөн, бәлиғ булмағандар эштәре буйынса комиссияға тапшырылған.

Фото: БР ЮХХДИ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: