-11 °С
Болотло
Шулай тип һорағандар бер эшлекленән. Ҙур уңыштарға өлгәшкән бизнесмен ҡыҫҡа ғына яуап бирә алыуын белдергән дә:
– Дөрөҫ ҡарарҙар ҡабул итеү, – тигән.
– Ә һеҙ ҡабул иткән ҡарарҙарығыҙҙың дөрөҫ буласағын ҡайҙан беләһегеҙ? – тип ныҡышҡандар.
– Бында мин бер генә һүҙ менән яуаплайым – тәжрибә.
– Һм, ә тәжрибә нисек туплана һуң?
Эшҡыуар йылмайған.
– Тағы ла ҡыҫҡа ғына итеп әйтәм – дөрөҫ булмаған ҡарарҙар ҡабул итеү менән...
Шулай икән был донъяла уңыш ҡаҙаныу сере – ҡарарҙар, хаталар, тәжрибә һәм, ниһайәт, уңыш!
Айсын АҠБУЛАТОВА әҙерләне.